«Война кончается тогда, когда похоронен последний павший солдат».
А.В. Суворов
Дата проведения: 23.04.2015 Регион: Республика Башкортостан Муниципальный район/городской округ: Бирский район Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы муниципаль районы Бөрө ҡалаһының 9-сы һанлы белем биреү мәктәбе Рәхмәт һиңә, ветеран! Беҙ йырлайбыҙ һиңә дан! (Бөйөк Еңеүгә - 70 йыл) Төşөүселәре: Ниғаматуллина Эльвира Ҡаниф ҡыҙы Мурашкинцева Римма Салих ҡыҙы, башҡорт теле уҡытыусылары Бөрө – 2015 Рәхмәт һиңә, ветеран! Беҙ йырлайбыҙ һиңә дан! (Бөйөк Еңеүгә - 70 йыл) 1. (Уҡыусылар башҡарыуында коллектив бейеү) (Һуғышҡа арналған музыка тауышы ишетелә.) ( Ике яҡтан ике алып барыусы сыға.) 1-се алып барыусы: Тарих… 22 июнь 1941 йыл. Таң атып килә. Ауылдар, ҡалалар йоҡоға талған. Тәмле тѳштәр күреп балалар йоҡлай. Ҡапыл, бѳтә доньяны ҡурҡыныс бомба тауыштары баҫа… Немец фашистары беҙҙең илебеҙгә ут асалар. 1941 йылдан 1945 йылға тиклем һуғыш бара. 2. ( Музыка «Изге һуғыш») Матурлығы өсөн был өндәрҙең Кемдәр генә ҡорбан булмаған! Исемдәрен тарих беҙгә үҙе Һаҡлап килә алыҫ йылдарҙан. Тыуған ил хаҡына, тыуған ер хаҡына Ауылдаштар башын һалдылар. Беҙҙең ғүмер өсөн улар Мәңгегә сит илдә ҡалдылар! 2-се алып барыусы: Һуғыш! Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы, ватылған-емерелгән яҙмыш, ѳҙѳлгән ғүмер, яралы мѳхәббәт, йәтимлек… Ҡот осҡос һуғыш 1418 кѳн дауам итә. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында 34 млн. 477 мең кеше һалдат шинелен кейҙе. Башҡортостан егеттәре-ҡыҙҙары ла яуҙа һынатманы. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан 704 мең 448 кеше һуғышҡа киткән. Батырлыҡ күрһәтеп 200 мең 810 кеше тѳрлѳ орден-миҙалдар менән наградланған. 3.(Мостай Кәрим «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!») Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың, Һылыуҙарын һаҡлап илемдең, Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың, Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең, Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн, Яҙын япраҡланыр гөл өсөн, Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн- Мин фронтҡа китәм, иптәштәр! 1-се алып барыусы: 278 һалдат һәм офицер Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Муса Гәрәйевкә был исем ике тапҡыр бирелә. Тыуған ил азатлығы ѳсѳн республиканан бѳтәһе 297 мең 979 яуғир башын һалған. Әлеге кѳндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш ветерандары һаны кәмегәндән-кәмей, сафтар һирәгәйә. 4. Йыр «Олатайым миҙалдары» 1. Олатайым миҙалдары Сыңғылдап сың-сың сыңлай Мин тыңлайым шул сыңларҙы Энем дә сыңды тыңлай. Ҡушымта: Сың-сың сыңлайҙар, Беҙ еңдек тип йырлайҙар.(2р.) 2.Олатайым оло яуҙа Ауыр юлдарҙы үткән. Еңеүсе олатайымды Тыуған яҡтары көткән. Ҡушымта: 3.Олатайым миҙалдары Сыңгылдай тауыш менән. Онотмағыҙ, онотмағыҙ Кемдәр яуҙа үлгән. Ҡушымта: 2-се алып барыусы: Беҙҙең Бөрө ҡалаһы районынан бѳтәһе 20 мең 674 ир-егет һуғышҡа алына. Шуларҙың тик 13 меңе генә тыуған еренә кире әйләнеп ҡайта алды. Беҙгә был һандарҙы бер ваҡытта ла оноторға ярамай. Әлбиттә, улар йылдан-йыл үҙгәрә, әлеге кѳнгә тиклем илдә исемһеҙ юғалған һалдаттарҙың исемдәре асыҡлана, эҙләнеү эштәре дауам итә. 4.(Роберт Әхмәтжанов.”Һалдаттар”) Оҙатып вокзалдар ҡаршында Маңлайдан үптеләр аналар Туҙанлы юлдарҙан үттеләр Дөньяны күрмәгән балалар Балалар керҙеләр уттарга, Балалар һүз бирҙе туптарға. Күптәре, төрөнөп шинелгә, Ҡалдылар ераҡта йоҡларға. «Балалар, тороғоҙ, балалар, Ашығыҙ һыуына табында…» Нисә йыл тормайҙар балалар Иделдә һәм Дунай ярында… Уятма, йоҡлаһын, һин, ана, Айҙарҙы, елдарҙы һанап бар: Күңелдә хаман йәш, гел бала — Ҡайтмаган һалдаттар, һалдаттар. Ана ул йоҡламай, һабыйы Юрғанын асһа ла уяна. Аналар йөрәге шикелле Мәйҙанда мәңгелек ут яна. Аналар йөрәге шикелле Ут яна, уйлана, талпына. Аналар хәтере шикелле Ел йөрөй ҡурғандар артында 1-се алып барыусы: “Бер ҡайтмаһаҡ, бер ҡайтырбыҙ әле”, - тип китһәләр ҙә, күпме кешеләр сит тупраҡтарҙа ятып ҡалды. Беҙҙең тыуған еребеҙ өсөн башын һалған батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Улар беҙҙең менән, беҙҙең арала. Иҫән булған ветерандарҙы хѳрмәтләргә, яуҙа ҡорбан булған һалдаттарҙы иҫтә тоторға, ҡәҙерләргә бурыслыбыҙ. Ә хәҙер яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алайыҡ. (Бер минут тынлыҡ) Сит ерҙәрҙә башын һалған ауылдаштарыбыҙҙы яҡты иҫтәлеге күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Ҡалабыҙ уртаһындағы һәйкәл – быға асыҡ миҫал. 5. Инсценировка. (Ҡулына ҡылыс тотҡан һалдат һәйкәле. Һәйкәл эргәһенә таяҡҡа таянған, ҡулына сәскәләр тотҡан бойоҡ ҡына әбей килә) Әсә. Һаумы, улым, бына мин тағы ла һинең янда. Һалҡын түгелме, балаҡайым? Улы. Юҡ, әсәй, һалҡындың нимә икәнен дә белмәйем. Миңә бер ҡасан да һалҡын түгел. Әсә. Ниңә үҙенде һаҡламайһың, улым. Хәтерләйһенме, “Әсәй, Берлинды ғына алайыҡ та, алтыбыҙ алты яҡтан ҡайтып инербеҙ, һин беребеҙҙән беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөрһөн, 100-гә ҡәҙәр йәшәрбеҙ”, - тип яҙған инең. Улы. Әйткән һүҙҙәрем һәр ваҡыт йөрәк түрендә, әсәй. Әммә башҡаса мөмкин булманы... Дошман менән көрәш аяуһыҙ булды. Мин генәме һуң? Меңдәр, миллиондар илебеҙ өсөн үҙ-үҙҙәрен аяманы, көрәште баштарын һалды. Ҡайһы берәүҙәрҙең бер балаһы ла һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Ә һинең, исмаһам, Маратың иҫән ҡалды. Әсә. Ҡалғандарығыҙ ҙа янымда булһа, ҡыуанысымдың сиге булмаҫ ине. Һуғышта киткәндәге һымаҡ бер-бер артлы ҡайтып инерһегеҙ ҙә, өйөбөҙҙө уйын-көлкөгә күмерһегеҙ төҫлө. Улы. Ҡартлыҡ көнөндә нисек йәшәйһең һуң, әсәй? Әсә. Бараһы ла етеш, улым. Ҡалаға, ауылдан ауылға ҡунаҡҡа ғына йөрөйөм. Ейәндәремде һанап бөтөрлөк тә түгел. Улы. Һине яраталармы һуң улар, әсәй? Әсә. Яраталар, бик тә яраталар. Береһенең дә ауыр һүҙ ишеткәнем юҡ. Өләсәй тип үлеп баралар. Бәлки, мине тиҙ генә танымағанһындыр ҙа, балам? Улы. Таныным, әллә ҡайҙарҙан таныным, әсәкәйм, күҙ нурым. Әгәр мөмкин булһа, мин һине ҡосағыма алыр инем. Әммә ҡулдарым, инде үҙем дә – ҡоростан. Тимәк, мәңгелек, әсәйем. Әсә. Йөрәк түремдә туғыҙ ай йөрөткән, күкрәт һөтөмдө имеҙеп үҫтергән балаларымды юғалтыуы айһай ауыр булды шул, улым. Улы. Шулайҙыр, әсәй! Ләкин һин һөйөн! Беҙ бит Ватан өсөн, һеҙҙең тыныс киләсәгегеҙ өсөн һәләк булдыҡ. Теҙ сүгеп. Ҡол булып йәшәүҙән был донъяның ни рәхәте булыр ине? Әсә. Шулай, улым, дөрөҫ әйтәһең. (Әсә сәскәләрен һәйкәлгә һала). 2-се алып барыусы: Илебеҙ ѳсѳн ауыр кѳндәрҙә 1941 йылдың декабрендә республикабыҙҙа 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Дивизияның командиры итеп Миңлеғәли Шайморатов билдәләнә. Башҡорт атлылары һуғышты 1942 йылдың 11 апрелендә Воронеждан башлап ебәрә. Аттар менән тимер танкыларға ҡаршы ҡыйыу күтәрелә. 1943 йылда Украинала Ворошиловградты азат итешәләр. Ошо һуғышта полковник Шайморатовҡа генерал-майор исеме бирелә. Ул был рейдта ҡаты яралана һәм үлеп ҡала. Дивизияның иң алдынғы 76 һуғышсыһына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. 6. (Йыр «Шайморатов генерал»Ҡ. Даян һүҙҙәре, З.Исмағилев көйө) Башҡорттар китте һуғышҡа, Оҙатып ҡалды күк Урал; Ат уйнатып, алда бара Шайморатов генерал. Шайморатов яу ҡырында Дошмандарҙы көл иткән: Утта янмай, һыуҙа батмай, Һай, батыр ҙа ир икән. 1-се алып барыусы: Һуғыш башланыу менән, дошман иң тәүҙә илебеҙ йѳрәге – Мәскәүгә ынтылды. Бѳтә совет халҡы дошманға ҡаршы кѳрәшкә күтәрелде. Бик күп юғалтыуҙар менән совет халҡы дошманды ѳңѳндә дѳмѳктѳрҙѳ. Был турала бер кем дә бер ҡасан да оноторға тейеш түгел. Беҙ һуғыш теләмәйбеҙ! Беҙ тыныслыҡ яҡлы! Күк йѳҙѳн ҡара болоттар ҡапламаһын, ҡояш үҙенең наҙлы, шифалы, йылы нурҙарын һибеп, беҙҙе ҡыуандырһын. 7. (Ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү «Башҡорт ҡыҙҙары») 2-се алып барыусы: Тыуған тѳйәгебеҙҙе нурлап яҙ килде. Ҡоштар оя ҡора, бала сығара. Йәй аҙағында туҡ башаҡтар менән сайҡалып ултырыр ѳсѳн баҫыуҙарыбыҙҙың дымлы тупрағына орлоҡ ята. Ваҡыт ағышы мәңгелек хәрәкәттә. Май беҙгә кѳләс ҡояшы, йылы елдәре, наҙлы яҙ һулышы менән генә ҡәҙерле түгел. Был кѳндѳ беҙгә ата-бабаларыбыҙ фашизмды тар-мар итеп, еребеҙгә йәшәүҙең үҙен ҡайтарҙы. Кешелек тарихындағы ҡанҡойғос ҡәһәрле һуғыш 9 Май кѳндѳ Совет иленең еңеүе менән тамамланды. Эйе…70-се тапҡыр илебеҙгә яңы һулыш, яңы кѳс-ҡеүәт, шатлыҡ менән Еңеү байрамы килә. 8. (Фәүзиә Рәхимғолова “Олатайҙар килә”) Сафта килә олатайҙар, Орден, миҙал таҡҡандар, Шул бөркөттәр дошман ҡырып, Еңеү яулап ҡайтҡандар. Ҙурлайыҡ ҡарт һалдаттарҙы, Ҡәҙер, хөрмәт итәйек. Еңеү көнө менән ҡотлап, Гөлдәр бүләк итәйек, Ҡәҙер, хөрмәт итәйек! 1-се алып брыусы: Беҙ хѳрмәтле ветерандарыбыҙға доньяға йәм биреп йәшәүҙәре ѳсѳн рәхмәт әйтергә, уларҙың алдында баш эйергә тейешбеҙ. Бѳгѳнгѳ сараны Советтар Союзы Геройы маршал Г.К. Жуковтың һүҙҙәре менән тамамлағы килә. Ул беҙгә мѳрәжәғәт итә, мѳхтәрәм ҡәрҙәштәр, ҡәҙерле уҡыусылар! «Һеҙҙең менән бергә Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡан кешеләр йәшәй. Уларҙы байрамдарҙа ғына түгел, кѳндәлек тормошта ла ихтирам итегеҙ. Һуғыш ветераны һеҙҙән ярҙам һорамаҫ – автобуста, урамда, ғаиләлә үҙегеҙ иғтибарлы булығыҙ. Бының менән 1941-1945 йылдарҙа һеҙҙең ѳсѳн эшләгәндең бик бәләкәй ѳлѳшѳн генә ҡайтарырһығыҙ». 9. («һәр ваҡыт булһын ҡояш» йыры) Ҡояш нуры, зәңгәр һауа, Был бер малайҙың һүрәте. Яһаған ул бер аҡ биткә Һәм яҙып ҡуйған ситкә: Һәр ваҡыт булһын ҡояш! Һәр ваҡыт булһын һауа! Һәр ваҡыт булһын әсәй! Һәр ваҡыт булыйм мин! (2р.) Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Поделиться в социальных сетях
|